Всероссийские профессиональные конкурсы педагогических работников

Организатор включен в Перечень Минпросвещения России

Конкурсы ко Дню народного единства — 4 ноября

Автор: Суярембитова Гульфия Факиловна

Учитель башкирского языка и литературы МАОУ «СОШ №33» г. Стерлитамак РБ

Применение квест — технологии на уроке башкирского языка.

Башҡорт теле дәресендә квест —  технологияһын 

 

Семинарҙың маҡсаты: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына

методик ярҙам, тәжрибә уртаҡлашыу, башҡорт теле дәрестәрендә  балаларҙың мауыҡтырғыс эшмәкәрлек аша эҙләнеү алымын киңәйтеү

Семинарҙың  бурыстары:

 уҡыусыларҙың универсаль уҡытыу эшмәкәрлеген үҫтереүгә ҡоролған квест

технологияның элементтарын өйрәнеү; Балалар үҙ көсөнә ышанысын, маҡсатҡа, уңышҡа ынтылышын үҫтереү

 Үҙ тәжрибәмде педагогик эшмәкәрлегемдең алымдарын һәм формаларын

таныштырыу;

 күнекмәләр процесында программала ҡуйылған проблемаларҙы хәл итеҥҙең

методик ҡараш һәм ысулдарын бергәләп эшләтеү

 Эште дойомләштереп, системаға һалыу, ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, иҫтә ҡалдырыу,  логик фекерләргә өйрәтеү, универсаль уҡытыу эшмәкәрлеген үҫтереү

Гипотеза: сингапур методикаһының элементтарын урынлы ҡулланғанда,

уҡыусыларҙа башҡорт телен һәм әҙәбиәтте өйрәнгәндә проблемалы ситуацияһы

булдырырға, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын, аралаша белем оҫталағын арттырырға,

интеллектуаль һҽм ижади һәләттәрен үҫтерергә, йәмғиәткә өлгөргән шәхес әҙерләргә була.

Планлаштырылған эш формалары, төрҙәре: лекция, оҫталыҡ дәрестәре,

практик –семинар.

Көтөлгән һөҙөмтәләр: йәш уҡытыусыларҙың профессиональ компетентлығын үҫтереү, тәҡдим ителгән тема менән ҡыҙыҡһындырыу, эш стилен, үҙгәртергә мотивация булдырыу.

Семинарҙың практик әһәмиәте: эшебеҙҙең һөҙөмтәһе булып уҡыусыларҙың шәхесен формалаштырыуға ҡоролған төрлө типтағы дәрес өлгөләрен дидактик матералдарҙы, кәңәштәрҙе алған брошюра сығарыу.

 

   

 

       Заман талаптары бөгөнгө көндә башҡорт телен уҡытыу процессында ҙур үҙгәреш һорай. Беҙҙең, йәғни уҡытыусыларыбыҙ алдында бик тә яуаплы һәм әһәмиәтле бурыс тора. Беренсенән, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу бурысы булһа, икенсенән, рус телле балаларҙа телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы  бөтөрмәү, киреһенсә, был ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү бурысы. 

Бөгөн беҙгә ижади шәхес булараҡ күп уҡырға, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныш булырға ғына түгел, ә Рәсәй мәғарифының системаһы уҡыусыларҙың талаптарын иҫәпкә алып киҫкен үҫешкәндә, яңы педагогик технологияларҙың да иң һөҙөмтәлеһен һайлап алып, үҙләштереп эшләү ҙә мөһим. Ошонан сығып та отошло, заман талаптарына яуап биргән технологияларҙың береһе – квест технологияһына тукталып, эш тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашабыҙ.                   

Белем биреү процесында инновацион технологиялар бөгөнгө көндә актуаль булып тора. Бындай ысулдарының береһе дәрес-квест.

Фәнни мәғлүмәт. Осяк С.А. , Султанбекова С.С., Захарова Т.В., Яковлева Е.Н., Лобанова О.Б., Плеханова Е.М. Образовательный квест – современная интерактивная технология [ Электронный ресурс ]: — Режим доступа: http://www.scienceeducation.ru/ru/article/view?id=20247

Квест (ингл. Quest) — «эҙләү, мажара, һынау». Уйын барышында ҡатнашыусылар ниндәйҙер ҡаршылыҡтарҙы, этаптарҙы үтеп, ғөмүмән еңеүгә ирешергә тейештәр. 

Мифология һәм әҙәбиәтендә был төшөнсәне «квест» — сюжет төҙөү  аңлатыуҙың бер ысулы — билдәле бер персонаждар аша ауырлыҡтарҙы еңеп сыға,  маҡсаттарын ашырыу өсөн  сәйәхәт итә.

Квест — педагог балаға үҙ аллы, билдәле бер бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ компетентлығын формалаштырыу нигеҙендә оҫталыҡ аша альтернатив варианттарын һайларға хәл итә.

Квест ябыҡ бинала, мәктәптә, класта, бинала ойошторола. Дәрестә балалар эшмәкәрлеге  төрлө була:

  • Уйын 
  • Коммуникатив
  • Танып-тикшеренеү
  • Хәрәкәте
  • Һынлы
  • Музыка
  • Фольклоры һәм нәфис әҙәбиәтте ҡабул итеү

Яҡшы итеп ойошторолған квест — уйын уҡыусыларҙы маҡсатҡа ирешеү, уйын процессында килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыға, уның өсөн ныҡышмалыҡ, татыулыҡ һәм башҡа төрлө көсөргәнешлектәр талап ителә.

Квест — интерактив педагогик технологияһы, дәрестәрҙә  интерактив ҡулланыу уҡыусыларҙың танып — белеү процессын әүҙемләштерә, тел һәм психологик барьерҙы еңергә ярҙам итә, эҙләнеү – тикшереү методы менән ижади һәләтте үҫтерә, предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, иҫендә ҡала, телде практик үҙләштереүгә булышлыҡ итә. Дәрестә ҡулланылған уйындың үҙенә хас билдәләре бар, уны ойоштороу аша педагогик маҡсаттар тормошҡа ашырыла.

Бөгөнгө көндә квест бер нисә төрҙән тора: һыҙыҡлы, штурм, түңәрәк

Дәрестә  һыҙыҡлы квест  йыш  ҡулланыла, унда уҡыусылар бер маршрут буйынса  барып, бер эш алымын эшләп икенсе эш алымына күсәләр, аҙаҡ  бөтәһе лә бер станцияла осрашалар. Штурм квест —  ҡыҙыҡлы, бер һорауға бер нисә вариант  яуаптары булып, үҙ аллы юлдарҙы һайлайҙар. Түңәрәк квест – балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәренә ҡарап квест төрөн һайлайһың.

Квест түбәндәге структураларҙан тора:

Инеш, эш биреү, эшләү тәртибе, баһалау

Квестың идеялары күп, әммә иң мөһиме – барыһы грамоталы үткәрелергә тейеш.  Сценарийы  ентекләп уйланылған  була. Инеш,  биремдәр, эшләү тәртибе, баһалау)

Сценарий өсөн дөйөм талаптар:

  • ҡатмарлы булмаған мәсьәлә биреү, уның маҡсаты – уҡыусыларҙы процесҡа  йәлеп итеп, барыбер  һығымтаға барып сығыуын аңлатырға
  • предметтар, артефакттар сюжет буйынса тап килергә тейеш 
  • арыу, йонсоу, күңелһеҙләнеү хистәрен тыуҙырмау, сценарийын, тәртибен ентекле итеп аңлатырға
  • килеп сыға торған ҡатмарлыҡҡа вариатив эш алыу, эштәр ҡабатланмаҫҡа тейеш, балалар төрлө булыуын иҫтә тоторға

Аҙаҡ бала ҡуйған маҡсаттарына өлгәшһә — финиш — приздарҙы алырға тейеш була.

Был балаларҙың дөйөм тырышлыҡ һөҙөмтәһе, тимәк еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. 

Шулай итеп, ойоштороу мәле:

— балаларҙы төркөмдәргә бүлеү 

— квест ҡағиҙәләрен аңлатыу

— белешмә һәм карта таратыу, уйын тәртибен күрәһәтеү

Команда бер этапты үтеү менән икенсе этапҡа үтергә мөмкинлек бирә. Был уйындың үҙенсәлеге – бер биремде эшләп, икенсегә юл күрһәтеү  (подсказка) булып тора.  

 Квест — технологиялар белем биреү процессында, уҡыусылырҙың кимәленә булышлыҡ итә:

  • УУ эшмәкәрлектең коммуникатив үҫтереү (төркөмдә ҡатанашып  башҡа кешенең фекерен иҫәпкә алып,  мәғлүмәттәрҙе эҙләү һәм ҡулланыу)
  • УУ эшмәкәрлектең тойғоһон үҫтереү (информацион алымдарын ҡулланыу, эҙләү, системаға һалыу, логик фекерләү сылбырын төҙөү, һығымта яһау)
  •  УУ эшмәкәрлектең регулятив үҫтереү (эшмәкәрлекте күҙаллау һәм планлаштырыу,

был осраҡта эшмәкәрлектә  коррекцион аҙым яһау)

  • УУ эшмәкәрлектең әхләҡи үҫтереүсе (уҡыусыларҙың мотивацияһын арттыра, яңы төрҙәрен үҙләштереү, ижади яҡтан үҫеү)
  • эмоциональ комфорт булдырыу 

Әлеге ваҡытта  дәрестә  популяр web-квестар технологияһын ҡулланыу. Йыш ҡына интернет-ресурстар аша проекттарҙы квест алымы менән ҡулланып эшләйҙәр. Әммә уның төп үҙенсәлеге  уҡыусы мәғлүмәтте   төрлө сайттарға инеп эҙләргә мәжбүри була һәм интернет селтәрендә аҙашмаһын өсөн уҡытыусы web-сайттар исемлеген бирә. Шулай итеп, проект төҙөүселәргә бик уңайлы был эш.

Шулай итеп, рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙа квест — уйын формаһы — эшмәкәрлектең береһе булып торорға мөмкин. Сөнки башҡа милләт балаларын тик ҡыҙыҡһындырып ҡына телгә өйрәтеп була.

Беренсе генә йыл булһа ла үҙ  шәхси сайтым эшләп килә.  Сайт күп кенә бүлектәрҙән тора,  һәләтле уҡыусылырға өҫтәмә эш  биреүҙә ҡулланам.  Каникулдарҙа ла уҡыусыларҙы башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен өйрәнеүҙән айырмаҫҡа тырышам. “Күңелле каникулдар” тигән бүлек тә бар. Был бүлектә төрлө викторина һорауҙары урын алған. Уҡыусылар үҙҙәре теләгән телдә, русса йәки башҡортса һорауҙарға  яуап ебәрәләр. Бер каникулда бер генә викторинаға яуап бирә алалар. Ошондай эш төрө менән улар киләһе триместрға баһа йыя торалар. Был ысулды коллегаларым да бик отошло һанайҙар һәм үҙ тәжрибәләрендә ҡулланалар.

Әлбиттә уҡыусыларымдың традицон белем биреү менән генә сикләнмәй, квест – уйын  технологияһына ла өҫтөнлөк бирәм, улар күп эҙләнеүсе ролендә булалар. Ошо ваҡытта һәләтле балалар асыла башлай. Һәләтле балалар менән эшләгәндә төрлө күнегеүҙәр, викториналар биреп,  айырыуса һүҙлектәр иғтибар итәм. Һәләт эштә, көс түккәндә асыла. Шуға күрә дә баланы күберәк “баш ватырға” күнектерергә кәрәк.  Мәҫәлән, БДУ-ның СФ уҙғарған интернет-олимпиадала уҡыусыларым биш йыл рәттән призлы урындар алалар. Шулай уҡ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогик университеты тарафынан ойошторолған дистанцион олимпиаданың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаһында ике йыл ҡатнаштыҡ.

Квест – технология – был заманса уйында уҡыусыларҙың аҡыл кимәлдәре, зиһендәре арта, уларҙың һәләттәре, ижады үҫә.  Башҡа ҡатнашыусы уҡыусылар бер-береһе менән килешә, бурыстарын тарата, бергә эшләп, бер-береһенә ярҙам итәләр, янып – көйөп эшләйҙәр. Башҡа уҡыусылар менән  менән килешә, бурыстарын тарата, бергә эшләп, бер-береһе өсөн кисерәләр, ярҙам итәләр – тимәк бер команда булып эшләйҙәр.

Квест-уйындың иң ҡыҙыҡлы сараларының береһе, уҡыусыны тәнҡитле фекерләргә, эшмәкәрлелеген үҫтерә, илһамландыра, уйландыра, ижади һәләтен аса. Ә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән балаларға отошлоһо- квест -уйын технологияһы. 

Ғөмүмән, башҡорт теле дәрестәрендә яңы технологиялар аша шәхес тәрбиәләү  алымдары күп төрлө.  Һәр дәрес — уҡытыусының үҙ аллы ижади эше. Минеңсә, ―ижад – ул донъяны үҙенсә асыу ғына түгел, шул табыштарыңды башҡаларға еткерә белеү һәләтелә.