ГОСУДАРСТВЕННОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ «БАШКИРСКАЯ РЕСПУБЛИКАНСКАЯ ГИМНАЗИЯ – ИНТЕРНАТ №1 ИМ. РАМИ ГАРИПОВА »
Выступление на МО воспитателей на тему самообразования «Развитие творческих способностей детей»
ВЫПОЛНИЛА :
ВОСПИТАТЕЛЬ
МИНИЯРОВА ЗАЛИЯ САГИТОВНА
Тема : Уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтерергә булышлыҡ итеү
Мәктәптә уҡыу ниндәйҙер йүнәлештәге һәләтен күреү һәм уны артабан үҫтерергә ярҙам итеү беҙҙең мөһим мәсьәләләребеҙҙең береһе булып торалыр тип уйлайым. Үкенескә күрә, һәр бала ла үҙенең нимәгә һәләте бар икәнен аңлап, уны үҫтереү өҫтөндә эшләй алмай. Ошо ваҡытта мәктәп, йәғни беҙ, уҡытыусы-тәрбиәселәр ярҙамға килергә тейешбеҙҙер тип уйлайым. Әлбиттә, уҡыусының ғаиләһе лә ситтә ҡалмаҫҡа тейеш, тик тап беҙҙең осраҡта беҙ бала менән күберәк ваҡыт үткәрәбеҙ һәм уның ниндәй ҙә булһа һәләтен үҫтерергә нығыраҡ булышлыҡ итә алабыҙ.
Ошо теманы һайлағанда мин киләһе маҡсат һәм бурыстар ҡуйҙым:
1.Үҙем эшләгән класта һәләтле балаларҙы асыҡлау
- Уларҙың нимәгә һәләте бар икәнен асыҡларға ярҙам итеү
- Ошо уҡыусылар менән эшләү планын төҙөү
Эште иң беренсе уҡыусылар менән аралышыуҙан башланым.
– яйлап, көн дә булмаһа ла , һәр береһе менән һөйләшеп, гимназияға килгәнгә тиклем нимә менән шөғөлләнгәндәрен асыҡланым
– мәктәптә эшләп килгән түңәрәктәр һәм уларҙың етәкселәре менән таныштырҙым
– үҙемдең тема буйынса әҙәбиәт менән танышҡанда,ҡыҙыҡлы анкеталарға тап булдым һәм уҡыусылар менән үткәрҙем
-шулай уҡ гимназия психологы менән берлектә төрлө тестар һәм әңгәмәләр уҙғарылды
Артабан инде һәләтле уҡыусыларҙы ” һәләтле балалар менән эшләү ” планы базаһына индереп,йыл барышында тулыландырыу эше алып барам. Сөнки уҡыусылар бер-береһенә ҡарап, башҡаларының да шул түңәрәккә йөрөргә теләктәре барлыҡҡа килеүе мөмкин. Мәҫәлән,үткән уҡыу йылы башында” Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә йыл башында 3 кенә ҡыҙ яҙылһа.аҙаҡтан 6 булып киттеләр.
Түңәрәктәргә йөрөүҙән тыш,балаларҙы конкурстар,олимпиадалар менән таныштырыу ҙа дауам итә. Ҡайһы бер уҡыусылар үҙҙәренең көсөнә ышанмай,конкурстарҙан баш тартыусан. Был ваҡытта инде атай-әсәй ярҙамы ла кәрәк булып китә.ғаилә менән берлектә эш алып барыла. Ғәҙәттә ниндәйҙер ярышта еңеү яулаған баланың күңеле үҫеп китә.артабан тағы ла тырышыбыраҡ шөғөлләнә башлай,үҙ аллы ла конкурстар эҙләп табып ҡатнаша.
Эш булғас,гел генә ыңғай ҙа бармай. Бер уҡыусым менән шундай осраҡҡа тап булдым,бейеү түңәрәгендә шул тиклем бирелеп шөғөлләнә башлап. уҡыуы артҡы планға күсте. Ата-әсәһе менән һөйләшеп.түңәрәккә йөрөүен бөтөнләй туҡтатмаһа ла,ҡыҫҡартырға тырыштыҡ.
Быйыл 10сы класҡа яңы уҡыусылар күп килде. Мин түңәрәктәр менән таныштыра бащлау менән үҙҙәре күбеһе тейерлек тиҙ арала шөғөл һайлап алдылар,сөнки алдан уҡып килгән мәктәптәрендә кем бейеүгә йөрөгән,кем спортҡа өҫтөнлөк биргән. Һәм быйыл ғына уҡый башлауҙарына ҡарамаҫтан конкурстарҙа еңеү яулап өлгөрҙөләр. Уҡыу яғынан да һынатмайҙар, беренсе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса класта 5 уҡыусы тик 5 билдәләренә генә уҡый.
Ошо темам минең әле лә дауам итә.балалар менән артабан да күберәк конкурстарҙа ҡатнашып,юғары һөҙөмтәләргә ирешербеҙ тип уйлайым.