Всероссийские профессиональные конкурсы педагогических работников

Организатор включен в Перечень Минпросвещения России

Конкурсы ко Дню народного единства — 4 ноября

Автор:

Лукманова Алина Юрисовна

музыкальный руководитель МБДОУ «Башкирский детский сад 166»

Ризванова Альфия Байтулловна

Инструктор по ФИЗО МБДОУ «Башкирский детский сад 166»

Башкирский обрядовый праздник «За талой водой» (Ағалар ҡар һыуҙары) (на баш.яз)

Ҡар һыуына барыу йолаһы

Музыка аҫтында балалар залға инәләр, ярым түңәрәк яһап баҫалар.

Алып барыусы: Һаумыһығыҙ, балалар! Бөгөн беҙ һеҙҙең менән “Ҡар һыуына барыу” тигән йола байрамына йыйылдыҡ. Был йола байрамын борон Яҙ еткәс, март айы аҙағында, йә апрель баштарында үткәрә торған булғандар. Әйҙәгеҙ яҙ тураһында йырыбыҙ менән байрамыбыҙҙы башлайыҡ.

Йыр “Яҙ етә”  Ж.Фәйзи Ф. Кәрим һүҙ. (Ултырғыстарға ултырышалар)

Оло инәй килеп инә. 

Оло инәй: Һаумыһығыҙ, балалар!

Бергә: Һаумы, инәй! Әйҙә түрҙән уҙығыҙ!

Бала-саға инәйҙе уратып ала, уны етәкләп, сәхнәнең түренә, һике уртаһына ултыра.

Инәй (Доға ҡылып алғас). Йә, балалар, оло байрамға – Ҡар һыуына барыу йолаһына йыйылғанһығыҙ икән. Аллаға шөкөр, көндәребеҙ матур тора. Имен-аман ҡар һыуын алып ҡайтып, самауыр ҡуяйыҡ, яҙ ҡоймағы ҡояйыҡ, табынға ҡуяйыҡ.

Алып барыусы: Инәй, һөйлә әле, ни өсөн ҡар һыуына барғандар ул? 

Инәй: Борон-борондан беҙҙең ырыу башҡорттары араһында тауға, ҡар һыуына барыу йолаһы булған. Һыуға март айында, бурандар тынып, ҡар ирей башлағас, барғандар.

Алып барыусы: Ҡар һыуы бик файҙалы тиҙәр, ысынмы икән, инәй?

Инәй: Элек заводтар булмағас, төрлө химик матдәләр ҡулланылмағас, ҡар һыуы бик таҙа булған шул.Һыу ала торған урынды ололар алдан билдәләгән. Һыуҙы алып ҡайтҡас, ҡатын-ҡыҙҙар унан сәй ҡайнатҡан, бит, сәс йыуған. Әсәләр был һыу менән балаларын ҡойондорған.

Алып барыусы: Ә ниңә улай иткәндәр һуң?

Инәй: Был һыу баланы күҙ тейеүҙән һаҡлай тигән инаныу йәшәгән. Хатта боронғолар ҡар һыуын “зәм-зәм” һыуы тип тә йөрөткәндәр. Бына шулай, балалар! Йәгеҙ, хәҙер инде беләһегеҙ ни өсөн ҡар һыуына йөрөгәндәрен. 

Алып барыусы: Инай, беҙҙең балалар был йола байрамы тураһында бик матур шиғырҙар беләләр.

Бала: Ағалар ҡар һыуҙары,

Баҫалар баҫыуҙарҙы,

Йылғалар аша ярҙан,

Күләүек ҡала ҡарҙан.

 

Бала: Ҡарҙар иреп бөткәнсе ,

Йәйге һиллек еткәнсе, 

Яҙғы ташҡын үткәнсе,

Ҡар һыуына барайыҡ, 

Тәмен тәмләп ҡарайыҡ.

 

Бала: Уңдырырмы игенде,

Туйҙырырмы илемде,

Болотлатып күгемде, 

Ямғыр булып яуырмы?

Әллә ярып еремде,

Шифа булып һеңмәйенсә,

Күк томандай осормо?

 

Бала: Үҫемлеккә тәм биреп, 

Үләндәргә йән биреп,

Ер-әсәгә һеңерме?

Барлыҡ булған көс-ҡеүәтен

Тамырҙарға бирерме?

 

Инәй: Афарин! Шиғырҙарығыҙы  бик матур итеп һөйләнегеҙ.  Кисә оло ағайҙарығыҙ ҡар һыуын алырлыҡ таҙа урынды билдәләнеләр, ҡыҙыл таҫма таҡтылар. Егеттәр һыу юлын тапай тороғоҙ.

 

Егеттәр теҙелеп бейеү бейейҙәр.

Егеттәр: Ҡыҙҙар, юл тапалды, һыуға барарға була!

 

Бала: Март айҙары етте инде, 

Урманға юл ярабыҙ.

Сәстәребеҙ оҙон булһын,

Ҡар һыуына барабыҙ.

 

Бала: Ҡар һыуҙары, ҡар һыуҙары,

Ҡар һыуҙары ағалар.

Күҙ теймәһен ҡыҙҙарға,

Ҡар һыуына баралар.

 

Бала: Ҡар һыуҙары бик шифалы,

Бит ҡулдарҙы йыуырға.

Ҡар һыуҙарын алып ҡайтып,

Сихыр-зәхмәт ҡыуырға.

 

Бала: Юҡҡа ғына ҡар һыуҙарын

“Зәм-зәм” һыуы тимәйҙәр. 

Ҡар һыуында йыуындырһаң,

Балаға күҙ теймәйҙер.

 

Инәй: Ярай, ҡыҙҙар, имен-аман

Ҡар һыуына юллағыҙ,

Бисмилла әйтеп һыу алғанда

Имен яҙҙар юрағыҙ.

 

Ҡыҙҙар теҙелешеп биҙрәләр менән бейеү бейейҙәр.

 

Инәй: Иншалла, бәрәкалла,

Ҡар һыуҙарын алып ҡайтҡас,

Самауырҙар ҡуяйыҡ,

Күҙ теймәһен үҙебеҙгә,

Бит ҡулдарҙы йыуайыҡ,

Бәхет-шатлыҡ юрайыҡ!

Ҡар һыуынан сәй эсергә, самыуыр ҡайнатырға ҡуяйыҡ. (Самауырҙы сығарып ҡуя)

 

Алып барыусы: Самауыр ҡайнағансы,  әйҙәгеҙ әле, балалар, халҡыбыҙҙың һынамыштарын барлайыҡ.

 

Балалар: Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ!

 

Алып барыусы: Яҙ ҡуҙғалаҡ күп булһа,

Балалар: Ҡыш йылы килә.

Алып барыусы: Ҡайын һуты күп булһа,

Балалар: Йәй ямғырлы килә. 

Алып барыусы: Май айы һалҡын булһа,

Балалар: Иген уңа.

Алып барыусы: Йәйғорҙа йәшел төҫ күп булһа,

Балалар: Ямғыр оҙҙаҡҡа һуҙыла.

 

Инәй: Һай, афарин, балалар! Бигерәк күҙәтеүсән икәнһегеҙ.

 

Бала: Инәй, ә мин йомаҡ та беләм. Ҡояйыммы?

 

Инәй: Йомағыңды ҡой, балам. Ә беҙ тыңлап ҡарайыҡ, яуабын да табайыҡ.

 

Ҡыҙ: “Мин бында”, — тип, ниндәй сәскә

Нурлана ҡар өҫтөндә?

Тик ғүмере ҡыҫҡа уның,

Шиңә аҙна эсендә. 

Балалар: Умырзая, умырзая!

 

Бала: Мин дә йомаҡ ҡояйым әле,

Боҙмайынса йоланы:

Гөрһөлдәне, иланы,

Йылмайып-көлөп алды,

Төҫлө көйәнтә һалды.

 

Балалар: Ямғыр, күк күкрәү, йәйғор.

 

Инәй: Дөрөҫ, балалар, дөрөҫ.

 

Ҡыҙ: Тау-тау булып өйөлдө,

Яҙ килгәнгә көйөндө, 

Йырғанаҡ булып аҡты,

Шул ергә һеңде, батты,

Шунда уҡ үлән ҡалҡты.

Был нимә?

 

Балалар: Ҡар, ҡар!

 

Инәй: Дөрөҫ, дөрөҫ. Бигерәк белемлеһегеҙ икән.

 

Алып барыус: Әйҙәгеҙ әле, балалар, бейеп уйнап та алайыҡ.

 

Йыр-бейеү “Яңы пар төҙө”  муз. Ф. Гершова, Е. Басса һүҙ.  

 

Бөтәһе бергә: Ағалар ҡар һыуҙары, 

Баҫалар баҫыуҙарҙы.

Их, күңелле тыуған яҡҡа

Ҡоштарҙың ҡайтыуҙары.

 

Инәй: Балалар! Ҡоймаҡ ҡойолдо, самауыр түргә ҡуйылды, әйҙәгеҙ, хәҙер ҡар һыуынан әҙерләнгән сәйҙе тәмләп ҡарайыҡ. Барығыҙ ҙа түрҙән уҙығыҙ.

 

Байрамды дауам итеп, яҙ тураһында йырҙар йырларға, шиғырҙар һөйләргә, уйындар уйнарға мөмкин.

 

Ҡуланылған әҙәбиәт:

  1. Ғөбәйҙуллина Ф.Х. “Беҙҙең байрамдар”, Өфө – 2004.
  2. Балалар баҡсаһында музыка. Өфө – 2000.