Всероссийские профессиональные конкурсы педагогических работников

Организатор включен в Перечень Минпросвещения России

Конкурсы ко Дню народного единства — 4 ноября

автор: Фахриева Айсылу Разимовна
учитель
Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение «Средняя общеобразовательная школа №21» городского округа город Стерлитамак Республики Башкортостан

«Как использовать Квизлет (Quizlet) для изучения башкирского языка?»

Как использовать Квизлет (Quizlet) для изучения башкирского языка

 

Хәйерле көн, хөрмәтле колегалларым, буласаҡ колегаларым тип өндәшәм һеҙгә лә. Бөгөнгө матур сараның иң татлы, иң тәмле минуттары миңә эләкте…Шулай булғас алдағы минуттарҙы  ла файҙалы итеп уҙғарырбыҙ тип уйлайым… 
Ошо уҡыу йортон беҙ ҙә ҡасандыр Зөлфирә Рауил ҡыҙы менән бынан 16 элек тамамлаған инек. Һеҙҙең кеүек студент булыу, нәҡ ошо уҡыу йортоноң, ошо факультеттың студенттары булыу бәхете тейгән ине, хәҙер инде бына 16 йыл шәхсән үҙем ҡала балаларына башҡорт теленең серҙәрен асам. Ә бына бөгөн иһә һеҙҙең алда ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә туплаған уҡытыусылар булараҡ сығыш яһайбыҙ тим дә…
Һәм оҫталыҡ класымды башлар алдынан  Фёдор Михаил улы  Достоевский: «Бөтәһе лә һеҙҙе күрер, ҡояш булығыҙ», — тигән һүҙҙәренә иғтибар йүнәлткем килә. Был һүҙҙәр һәр кешегә ла тап килә. Мәғәнәһе нимә аңлата тип уйлайһығыҙ?  Ысынлап та, эстән дә  һәм тыштан да яҡтыра белергә кәрәк. Ә был кейемдә билдәле бер стиль; дөрөҫ кәүҙә; матур баҫып тора белеү, ултыра белеү, йөрөй белеү; эрудиция; фекер йөрөтөүҙең стандарт булмауы; аралашыу стиле; аралашыу оҫталығы…Һәм иң кәрәклеһе урынлы йылмайыу, көлә белеү һәм юмор менән эш итә алыу…Һәм  статистика мәғлүмәттәренә иғтиьар итһәк, өлкән класс уҡыусыларының  66 проценты юмор тойғоһон заман  уҡытыусының төп сифаты тип атаған…Шулай итеп,  уҡытыусылыҡ символы — аҡбур һәм таҡта ғына түгел, ә йылмайыу ҙа… 
Хәҙерге донъяла ул ни тиклем етмәй  тим дә ОҪТАЛЫҠ класы, ОҪТАЛЫҠ дәресе тигән һүҙбәйләнеш өҫтөндә уйлап алырға саҡырам…
Оҫталыҡ класы, оҫталыҡ дәресе, мастер класс тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнегеҙ бармы?Ишетһәгеҙ, ҡайҙа?Оҫталыҡ дәресендә нимә эшләйҙәр…
Оҫталыҡ дәресе — асыҡ дәрес, дәрестән тыш сара түгел. Оҫталыҡ класы — ул педагогик тәжрибәне таратыуҙың айырым бер төрө, уның барышында оҫта үҙенсәлекле ысул, йәки автор методикаһы, йәки уҡытыусының бығаса уйлап тапҡан һәм практикала һыналған үҙенсәлекле алымы менән таныштыра. Оҫталыҡ дәресе тренинг һәм конференция форматын берләштерә. Оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелмәй, ә уҙғара. Оҫталыҡ дәресе — ул оҫтаның тәжрибәне, оҫталыҡты, сәнғәтте аныҡ мәғәнәлә тапшырыуы, йышыраҡ эш алымдарын туранан-тура һәм комментарийлы күрһәтеү. 
Һәм ошондай юғары тонда мин һеҙгә үҙемдең « ИКЕНСЕ АҘЫМ БЕРЕНСЕҺЕ ЭШЛӘНГӘНГӘ КҮРӘ ЭШЛӘНӘ » тигән оҫталыҡ дәресемә саҡырам. Ошонда республика башлығы Р,Ф. Хабировтың һүҙҙәре урынлы яңғырар тип уйлайым…
Ошонан сығып, бөгөн мин һеҙгә квизлет платформаһы, уның мөмкинлектәре тураһында 
Квизлет (Quizlet) платформаһы башҡорт теленең лексик берәмектәрен иҫтә ҡалдырыу өсөн шәп мәғариф платформаһы булып тора. Ысынлап та, яңы лексиканы иҫтә ҡалдырырға ярҙам итеүсе бик күп техника бар, әммә һүҙҙәрҙе карточкалар ярҙамында өйрәтеү алымы элеккесә иң һөҙөмтәлеләренең береһе булып ҡала килә. Күп уҡытыусылар әлегә тиклем дәрестәрҙә ҡулланыу өсөн йыш ҡына карточкалар төҙөйҙәр, уларҙы киҫәләр. Ә карточкаларҙы ҡырҡып алмаҫҡа һәм йылдан-йыл тулыландырып файҙаланырға Квизлет (Quizlet) платформаһы ярҙамға килә. Йәғни бер нисә форматта һүҙҙәр өйрәнеү һәм тел оҫталығын нығытыу өсөн тәғәйенләнгән. Сит телдәрҙе өйрәтеүсе, шул иҫәптән башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар өсөн дә ҙур асыш булып тора. 

Лексик берәмектәргә, йәғни яңы һүҙҙәр өйрәнгәндә был платформаны ҡулланыу бик уңайлы. Уның эшләү принцибы уҡытыусы үҙенең һүҙҙәр йыйылмаһын (башҡортса-русса, башҡорса-башҡортса, башҡортса-һүрәт) төҙөй. Артабан был карточкалар менән уҡыусы эшләй. Һүҙҙәр йыйылмаһын теләгән тиклем төҙөргә мөмкин. Тик башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытылған кластар өсөн мин шәхсән үҙем ете һүҙҙән артыҡ алмайым. Шуға күрә ҡатмарлылылҡ кимәлен дә, эштәр күләмен дә үҙгәртергә мөмкин.

Эштәрҙе дистанцион уҡытыу ваҡытында ғына түгел, ә класта теманы ҡабатлағанда, шулай уҡ күнекмә рәүешендә лә бирергә мөмкин. Һәр уҡыусының теге йәки был теманы үҙләштереү кимәлен, алға китеүен күҙәтергә, шулай уҡ уҡытыусының үҙ эшенең һөҙөмтәлелеге тураһында һығымта яһарға мөмкин.

Был платформала эшләү хеҙмәттәшлеккә һәм үҙ-ара эшмәкәрлеккә булышлыҡ итә. 

 

За 15 минут вы успели побыть в роли моих учеников и моих коллег. Успели познакомиться с приёмами Блума и самим составить пирамиду. И за это время мы стали ближе и роднее. Спасибо за плодотворную работу.