Автор: Лукманова Алина Юрисовна
музыкальный руководитель МБДОУ «Башкирский детский сад №221»
Новогоднее приключение Трех котов и Мышонка (на баш.яз)
Сыcҡансыҡ һәм Өс бесәйҙең Яңы Йыл мажаралары
(өлкәндәр төркөмө өсөн)
Музыка яңғырай, балалар залға инәләр ярым түңәрәк йәки шыршы тирәләп баҫалар.
Алып барыусы: Һаумыһығыҙ балалар, хөрмәтле ата-әсәләр, килгән ҡунаҡтар! Һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы Йыл байрамы менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ! Һеҙгә Яңы йылда Һаулыҡ-таҙалыҡ, Ҙур уңыштар, Аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Байрамыбыҙҙы башлайбыҙ Шыршыҡайға йыр менән.
Йыр “Шыршыҡай” муз. и сл. А. Каримова
Балалар ултырышалар. “Три кота” музыкаһы яңғырай, Өс бесәй килеп инәләр.
- Сәләм!Сәләм!
- Һаумы! Һаумы!
- Хәлдәрегеҙ нисек?
Алып барыусы: Балалар, беҙгә кемдәр килгән??? Ҡайһы йәнһүрәттән??? … Дөрөҫ – Өс бесәй. Коржик, Карамелька һәм Компот.
Коржик: Ике бесәй!
Карамелька: Һәм бер Мыяубикә!
Миу-миу-миу
Коржик: Дуҫтар! Ә һеҙ беҙҙең кеүек уйнарға яратаһығыҙмы?
Балалар: Эйе.
Компот: Мин “Тылсымлы эшләпә” уйынын уйнарға яратам. Үҙем менән шул тылсымлы эшләпүнде килтерҙем. Теләйһегеҙме мин һеҙҙең теләктәрегеҙҙе беләм.
Уйын “Тылсымлы эшләпә”
Карамелька: Коржик, ә һин ниндәй уйын уйнарға яратаһың?
Коржик: Мин – диңгеҙ уйындарын яратам. Бының өсөн командаларҙы белергә кәрәк. Әгәрҙә мин: Һул яҡ руль – һул яҡҡа штурвалды борабыҙ
Уң яҡ руль –уң яҡҡа штурвалды борабыҙ,
Парус – парустарҙы күтәрәбеҙ
Палуба йыуабыҙ – палубаны йыуған булабыҙ,
Пушка йәҙрәһе! – сүкәйеп ултырабыҙ
Капитан – Төҙ баҫып капитанға честь бирәбеҙ.
Компот: Карамелька, ә һин ниндәй уйын уйнарға яратаһың?
Карамелька: Мин бейергә һәм йырларға яратам!
Йыр йәки бейеү
Алып барыусы: Коржик, Компот, Карамелька, ҡалай һеҙ оҫта уйынсылар, йырсылар. Афариндар!
Миу-миу-миу
Шаян көй яңғырай Сысҡансыҡ килеп инә. Шыршы тирәләп һикереп йырлап йөрөгән була.
Сысҡансыҡ: Охо, ниндәй матур итеп биҙәлгән шыршы! Ой бында балаларҙа йыйылған икән! Балалар, ә һеҙ ниндәй байрамға йыйылғанһығыҙ? ( Яңы йыл байрамына)
Алып барыусы: Һаумы, Сысҡансыҡ!
Сысҡансыҡ: Һаумыһығыҙ! Бына мин Ҡ.Б. байрамға саҡырғайны. Мин килдем, ә Ҡ.Б. һаман юҡ. Матур итеп әҙерләнеп килергә ҡушҡайны, “Һиңә тылсымлы таяҡ бирермен, киләһе Йылдың хужабикәһе һин булырһың” тигәйне.
Коржик, Компот, Карамелька алғараҡ килеп, ярты тауышҡа шыбырлап:
Коржик: Ҡара һин уны Хужабикә имеш, Әйҙә шуны тотоп ашайыҡ та үҙебеҙ Киләһе йылдың хужалары булабыҙ.
Коржик: Эй, Сысҡансыҡ! Кил әле яҡыныраҡ!
Сысҡансыҡ: Ю-юҡ, мин бесәйҙәрҙән ныҡ ҡурҡам.
Компот: Кил-кил ҡурҡма беҙ һиңә теймәйбеҙ.
Шыршы тирәләй баҫтырышалар, Ҡабанбикә килеп инә
Ҡабанбикә: Ооо, бында ниндәй спатакиада минһеҙ генә!
Сысҡансыҡ: Ҡабанбикә! Ярҙам ит миңә – бынау өс бесәй мине юҡ итеп, үҙҙәре йылдың хужалары булырға итәләр.
Ҡабанбикә: Ҡара һин уларҙы… Тылсымлы таяҡ миндә Ҡ.Б. үҙе генә тапшыра ундай оло бүләкте.
Бәхәсләшәләр, бесәйҙәр Ҡабанбикәне лә Сысҡансыҡты ла баҫтыртып, тылсымлы таяҡтарын алып сығып китәләр. Ҡабанбикә менән Сысҡансыҡ илашалар.
Алып барыусы: (Йыуата) Иламағыҙ, әйҙәгеҙ тиҙерәк Ҡ.Б. саҡырайыҡ!
Балалар Ҡ.Б. саҡыралар
Ҡ.Б.: тауышы ишетелә “О- һо-һо” мин киләм. (Музыка яңғырай, Ҡ.Б. инә)
Һаумыһығыҙ, балаларым,
Ҡыҙҙарым һәм улдарым!
Һаумыһығыҙ, туғандарым
Тырыштарым, уңғандарым.
Алыҫ-алыҫ йыраҡтан
Килеп еттем ҡунаҡҡа.
Матур шиғыр, йырҙарығыҙ
Яңғырап тора йыраҡҡа…
Тәрән ҡарҙарҙы йырып,
Һеҙҙе бигерәк һағынып
Оҙон юлдарҙы үтеп
Саҡ килеп еттем мин.
Баҫығыҙ шыршы тирәләй
Бейеп алайыҡ әле.
Йәшел шыршы тирәһендә
Йырлап алайыҡ әле.
Йыр
Ҡ.Б.: Бик матур итеп йыр йырланығыҙ, афарин!!!
А.Б.: Ҡ.Б., йыраҡ юлдан арығанһыңдыр, ултырып ял ит, беҙҙең балалар бик матур шиғырҙар әҙерләгәндәр, рәхим итеп тыңла.
Шиғырҙар
Ҡ.б. менән уйындар, бейеү.
Тылсым сәғәт ана һуға
Көмөш моңлар түгелә
Оло аҙымдар менән
Беҙгә Яңы йыл килә.
Хәҙер тылсымлы таяҡты Яңы йылға – Сысҡансыҡҡа тапшырайыҡ.
Кабанбикә: (Илай башлай) К.Б. Тылсымлы таяғымды Өс бесәй алып ҡастылар…
К.Б. Их, уларҙы… Килегеҙ әле хәҙер үк.
Өс бесәй килеп инәләр, Ғәфү үтенәләр, башҡа улай булмайбыҙ тип ант бирәләр.
Ҡ.Б. Ғәфү итәбеҙме? (Эйе) Хәҙер тылсымлы таяҡты Яңы йылға – Сысҡансыҡҡа тапшырайыҡ.
Килегеҙ әле яҡыныраҡ Ҡабанбикә һин йылыңды матур алып барҙың – ямғыры ла, ҡояшы ла самаһы менән булды, халыҡ мул уңыш алды афарин! Сысҡансыҡ, бәләкәс кенә булһаң да, шундай егәрлеһең тик тормайһың, күңелең аҡ, изге, һин дә ҡалышма йылыңды матур итеп алып бар (тылсымлы таяҡты уңа тапшыра).
А.б.: Яңы йылда беҙҙе тағы
Ниндәй мөғжизә көтә?
Ҡ.Б.: Ошо һыуыҡ ҡышҡы, аяҙ көндә
Һеҙгә бик матур … … бүләк итәм. (Ҡулдарына һуға)
Ә хәҙер, шым булығыҙ,
Балалар теләге менән
Минең бойроғом буйынса
Был матур һауыттан
Бүләктәр килеп сығыр.
(һандыҡты аса унан шарҙар осоп сыға)
А.Б.: Бүләк түгел, шарҙар бит
Ҡ.Б. һин ниндәй шуҡ!
Беҙҙең балаларға ҡайҙа һуң бүләк!
Ҡ.Б.: Ярай инде, шаярттым
Теләйем икән
Ҡарҙар яуҙырам,
Йылғаларҙа боҙ тора
Ҡулдарымды күтәрһәм
Шыршыла уттар яна.
Барыһына билгеле –
Кескәйҙәр ҙә өлкәндәр ҙә
Декабрь айы еткәс
Бүләктәр минән көтә.
Таяғым бит тылсымлы
Хәҙер булыр мөғжизә.
Буран.бәҫ.Яңы йыл(һандыҡты урап сыға, уға таяғы менән тейеп ала) Бына инде бүләктәр (бүләктәр таратыу) Ҡ.Б. үҙенең теләктәрен әйтеп сығып китә.
(Рәхмәт әйтәләр, Ҡ.Б. менән хушлашалар).




