Автор: Лукманова Алина Юрисовна
музыкальный руководитель МБДОУ «Башкирский детский сад №221»
«Ҡорама йола байрамы»
Ҡорама йолаһы байрамы
Ҡораманан тегелгән әйберҙәрҙән күргәҙмә ойошторолаған. Сәхнә боронғоса биҙәлгән, унда өләсәй йөн эрләп ултыра.Бала йүгереп сыға.
Бала:Өләсәй, Өләсәй!Һөйөнсө!
Өләсәй: Һөйөнсөгә – бер күлдәк тегеп бирәм, йә әйтә һал.
Бала:Әсәйем бәпәй алып ҡайта, һеңлем тыуған!
Өләсәй: Бик яҡшы һөйөнөс бит был! Бар балам, еңгәләреңде, ҡыҙҙар-малайҙарҙы өмәгә саҡыр, Ҡорама йолаһын үткәрәйек.
(Еңгә – апайҙа, балалар инә)
Балалар: Һаумыһығыҙ!
Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ!Өләсәй!
Өләсәй: Һауғынабыҙ! Түрҙән уҙығыҙ, бына минең йейәнсәрем тыуҙы, шуға ла, йәш сабый балаға ҡорама күлдәк тегергә саҡырҙым. Борон йола буйынса тыуыр балаға алдан әйбер әҙерләргә ҡушмағандар ололар. Бәпес тыуғас – беҙ уға ҡорамаларҙан күлдәк тегәйек! Тағы ла бетеү күлдәк тегербеҙ. Ҡалған ҡорамаларҙан бетеү юрған яһарбыҙ. Әйҙәгеҙ, ике кеше күрмәһен, икендегә етмәһен, эшебеҙ уң булһын, тип өмәгә тотонайыҡ.
(Еңгәләр тегә башлайҙар)
Тәрбиәсе: Өләсәй, беҙҙең балалар ҡорама тураһында бик матур шиғырҙар ҙа беләләр.
Шиғыр: “Нурҙар сәсә әсәйем” (З. Алтынбаева)
Ташларға тип һалған ерҙән,
Кейемдәр табып алып.
Ҡорамалар ҡорап ҡуйҙы,
Әсәйем һүтеп һалып.
“Туҡта әле”, — тип әйтте ул,
“Икенсе йән өрәйек.
Һиңә лә кәрәге тейер,
Түшәк итеп тегәйек”.
Бына шулай буш ваҡытын,
Әрәм итмәй әсәйем.
Ҡора, тегә, бәйләй сигә
Һоҡланыуҙан сәсәйем.
Хоҙай һаулығыңды бирһен,
Сәс нурҙарың, әсәйем!
Миндә һинән фәһем алып,
Үрнәк алып йәшәйем.
Өләсәй: Афарин!
Бала: Еңгә, һеҙ матур ғына итеп нимә тегәһегеҙ ул?
Еңгә: Ҡорама күлдәк тегәбеҙ.
Бала: Ә кемгә кейҙерәһегеҙ был күлдәкте?
Өләсәй: Яңы тыуған бәпестәр өсөн ул, балалар.
Бала: Ә ни өсөн кейҙерәһегеҙ уны?
Өләсәй: Йәш сабый балаға ҡорама күлдәк тегәбеҙ, балалар. Өйрәнеп белеп тороғоҙ. Иң тәүге күлдәкте “бетеү күлдәк”, тиҙәр. Бетеү күлдәк көн дә һыу ҡойондорған һайын — кейҙерелгән. Күлдәк өсөн ҡорама әбей-бабайҙарҙың иҙеүҙәренән, яғаларынан уйып алынған ҡорама тауар киҫәге булырға тейеш. Бетеү күлдәкте ташламайҙар, һалып ҡуялар. Ул ғүмер буйы кешене һаҡлай, хатта уның бала-сағаларын да һаҡлау көсөнә эйә икән.
Беҙҙең яҡ башҡорттары элек балаға ғүмер теләп, өс ҡорама күлдәк теккән. Тәүге күлдәк – өс төрлө ҡорама тауар ҡоршап тегелгән , икенсеһе – ете ҡораманан, өсөнсөһө ҡырҡ ҡораманан торған. Был күлдәктәрҙе, баланан ҡалғас, ағын һыуҙа ағыҙыу йолаһы булған.
Тәрбиәсе: Ағын һыу көсөнә беҙ ҙә ышанабыҙ. Һыу менән бөтә сирҙе дауалап була. Бисмилла тип, теләк теләп йотомлап эсергә генә кәрәк. Ә ҡорама күлдәкте ағын һыуға ағыҙғандарын ишеткәнем юҡ.
Өләсәй:Яҙ еткәс йылғалар асылғас ҡорама күлдәкте ағын һыуҙаағыҙыпебәргәндәр.
Тәрбиәсе:Беҙ Яҙ тураһында бик матур йыр беләбеҙ.
Йыр “Яҙ саҡыра” (Н. Дәүләтҡолова)
Тамсы тама: “Тып-тып, — тип, —
Көн йылынды”, — тип-тип-тип.
Тамсы тама: “Тып-тып, — тип,
Миңә – тышҡа сыҡ-сыҡ” – тип.
2.Ҡоштар һайрай: “Сут-сут, — тип. –
Яҙҙар етте”, — тип-тип-тип.
Ҡоштар һайрай: “Сут-сут, — тип. –
Тыуған яҡҡа ҡайттыҡ”, — тип.
Еңгә: Өләсәй, бетеү күлдәкте тегеп бөттөк тә инде.(Күрһәтә)
Өләсәй:Бик матур килеп сыҡҡан, килендәр! Афарин!
Еңгә: Өләсәй, ҡорама күп ҡалды бит әле, әйҙәгеҙ юрған яһайыҡ.
Өләсәй: Дөрөҫ уйлайһығыҙ, килендәр! Бала тыуғас, әсәһе, өләсәһе, ҡәйнәһе йәки башҡа оло әбей бәпәйгә бетеүле юрған эшләгән. Был юрған да өсмөйөшлө ҡорамаларҙан торған. Бетеүле юрған баланы яман күҙҙән, ен-пәрейҙән, ауырыу эйәләренән һаҡлаған.
Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ өләсәйҙең әйткән һүҙҙәрен аңланығыҙмы? (Яуаптар) Әйҙәгеҙ тикшереп ҡарайыҡ. Таҡта янына сығып был төҫлө өсмөйөштәрҙән юрған яһап ҡарайыҡ. Әйҙә, Әмирә, һин башла! (Бала таҡта йәки мольберт янына сығып, төҫлө ҡағыҙҙан эшләнгән өсмөйөштө, магнит төймәһе менән таҡтаға йәбештерә).
Аппликация
Тәрбиәсе: Бик ҡыҙыҡлы икән. Бетеү тигән өсмөйөш яман күҙҙе ҡурҡыта инде, улайһа. Ҡыҙҙарҙың сәс толомон ҡаплап торған елкәсуҡ та өсмөйөшлө бетеү кеүек. Ҡыҙҙар күрһәтегеҙ әле.(Күрһәтәләр)
Өләсәй:Ҡалай матур, әллә бейеп тә күрһәтәгеҙме?
Башҡорт бейеүе
Шиғырҙар: Өләсәйҙән ҡалған мираҫ –
Сигеүҙәр, ҡорамалар…
Һәр биҙәге нур һибә шул –
Ах, оҫта, алтын ҡулдар!
Күңел биреп ҡорама ҡорам,
Әйтерһең йәйғор һуҙам.
Үҙемә булһа йыуаныс,
Халҡым ҡарап ҡыуаныр.
Халҡымдың был шөғөлөн
Һис ҡасан онотмайыҡ.
Матур биҙәктәр тыуҙырып
Милләт ҡотон һаҡлайыҡ.
Өләсәй: Һай, афарин! Бик матур шиғырҙар беләһегеҙ икән. Йолабыҙҙы йомғаҡлайыҡ. Һеҙгә оҡшанымы? (Йомғаҡлау)Таҙа – һау булып, бәхетле булығыҙ. Һаубулығыҙ!




