Всероссийские профессиональные конкурсы педагогических работников

Организатор включен в Перечень Минпросвещения России

Конкурсы ко Дню народного единства — 4 ноября

Автор: Кульсинбаева Илюза Нуримановна
воспитатель
ГБОУ БРГИ №1 имени Рами Гарипова г. Уфа Республика Башкортостан

Свидетельство о публикации в электронном СМИ: ПТ № 25955

«Минең -ғаиләм, минең-илем» исемле шиғыр конкурсы сценарийы

«Минең -ғаиләм, минең-илем» исемле

шиғыр конкурсы сценарийы

1-се алып барыусы.

Хәйерле кис, хөрмәтле уҡыусылар, ҡәҙерле уҡытыусылар, тәрбиәселәр, килгән ҡунаҡтар. Хәйерле көн, шиғриәт һөйөүселәр…

2-се алып барыусы. 

Элек-электән халҡыбыҙ сәсәндәрҙе, ҡобайырсы, бәйет һөйләүселәрҙе һанлаған, хөрмәт иткән. Нәфис һүҙ оҫталарына һәр ҡайҙа ла айырыуса мәртәбә күрһәтелгән. Ошо һөйөү шиғриәткә лә күскән.

1-се алып барыусы.

Күңелдәрендә йөрөткән тойғоларҙы шиғри юлдарға һалған шағирҙарҙың ижадын кешеләр күңеленә үтеп инерлек, тамашасыны илатырлыҡ, тетрәндерерлек итеп һөйләй белеү ул үҙе маһирлыҡ.

2-се алып барыусы

Шиғриәт – ул серле, мөғжизәле бер донъя. Берсә ул һине күктәргә күтәрә, йондоҙҙар менән серләштерә, йыһан киңлегендә сәйәхәт ҡылдыра, берсә ергә алып төшә, тормоштоң аҡ һәм ҡара яҡтарына иғтибар иттерә, һоҡландыра, яраттыра, борсолдора, янып-көйҙөрә, бөтә булмышыңды биләп ала

1-се алып барыусы.

Бөгөнгө сарабыҙҙың төп маҡсаты – Башҡортостандың үткән тарихын һәм бөгөнгөһөн тәрәнерәк өйрәнеү, телгә, ғаиләгә һөйөү тәрбиәләү, ватансылыҡ тойғоларын үҫтереү һәм үҫеп килгән быуында ватансылыҡ тойғолары тәрбиәләү.

Шуға күрә лә бөгөнгө сарабыҙ «Минең -ғаиләм, минең-илем» тип атала.

2-се алып барыусы

Ә хәҙер сарабыҙҙы асыр өсөн һүҙ гимназиябыҙҙың ( уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Лүзә Хәбир ҡыҙына бирелә)

Туш. Музыка

Ә хәҙер конкурсанттарҙы әҙерләнергә оҙатабыҙ!

1-се алып барыусы

Бәйге булғас, уның бәйгеселәре , баһалаусылары ла булырға тейештер бит. Әйҙәгеҙ, хөрмәтле баһалама ағзалары менән танышып китәйек:

Жюри рәйесе- ҡунағыбыҙ-кинорежиссер, сценарийҙар авторы Дилә Ринат ҡыҙы Мөхәмәтйәрова .

Жюри ағзалары: республикабыҙҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф отличнигы , башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡлысова һәм республикабыҙҙың мәғариф отличнигы гимназиябыҙ тәрбиәсеһе Рима Фәйез ҡыҙы Нәбиева

Хөрмәтле жюри! Һеҙгә уңыштар теләйбеҙ.

2-се алып барыусы: Тыуған ил тыуып үҫкән ерҙән башлана. Ысынлап та, тыуған еремде, уның тәбиғәтен бер ниндәй һүҙҙәр менән асып бөтөрөп булмай. Был матурлыҡты күреп тә бөтөрөрлөк түгел.

1-се алып барыусы:

Кешегә иң ғәзизе – тыуған әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – туған тәбиғәтең. Мин быны бөтә ғорурлығым менән әйтәм. Тыуған яғым иҫ киткес матур, бай тәбиғәтле. Ошо турала шиғырҙар тыңлап үтәйек.

2-се алып барыусы:

Беҙҙән һеҙгә ҙур теләк:

Ғәҙел баһа бирәйек

Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы

Алҡыштарға күмәйек!

1 Юмадилов Данил- 11В Салауат батыр шиғыры

2 Гильмутдинова Миләүшә -8Д Ҡайын япрағы тураһында

3 Билалова Мәликә – 7А Билдәһеҙ һалдат

4 Зайнагабдинов – 7Б Мин әсәйҙе күккә тиңләр инем

1-се алып барыусы

Сәрмән буйҙарына сыҡҡан саҡта

Һандуғастар һайрай тирәктә.

Тыңлаһаң йыр, тыңла моңлоларҙан

Моңло йырҙар ҡала йөрәктә.

сәхнәлә Хәсәнова Нүрзилә һәм Ҡолмөхәмәтов Динислам, ҡаршы алығыҙ!

5 Байгильдина Асия – 7В Мәңге балҡый Башҡортостан

6- Сафина Диниә -11В

2-се алып барыусы

Баҫ, баҫ, баҫ әлә

Һығылһын иҙәндәре

Һеҙҙең кеүек бейеүсене

Юҡ әле күргәндәре

Бөрйән ҡыҙҙары бейеүе менән 10 класс ҡыҙҙары

7 Туйсин Буранбай- 10Е Буранбай

8 Буранова Розалия – 8Б Һуғыш

1-се алып барыусы

Ә хәҙер сәхнә түренә Гәлсәр вокаль ансамблен саҡырабыҙ!

Етәксеһе Светлана Радик ҡыҙы Хисаметдинова

9 Сафина Сулпан -8Д Башҡорт ҡыҙы мин!

10 Шарафутдинова Дана -9А Башҡортостан бында башлана

11 Садыков Эрик -9Д Әсәйемә

12 Мухаметдинова Вәлисә – 8Е Ғаиләм-ҡәлғәм

2-се алып барыусы

Ниһәйәт сарабыҙ аҙағына ла яҡынлашты, еңеүселәрҙе билдәләр һәм

ғәҙел баһа биреү өсөн, жюри ағзаларын кәңәшләшергә оҙатабыҙ

1-се алып барыусы

Жюри ағзалары кәңәшләшкәнсе, музыкаль пауза тәҡдим итәбеҙ

Йыр: Шинаева Эльвина

Бейеү: Азаматова Алтынай

Йыр ; Закирова Айлина

Йыр : Буранова Розалия

2-се алып барыусы ( конкурсанттар сыға сәхнәгә)

Жюри өсөн еңеүсене һайлап алыу бик ауыр булғандыр…

Сөнки, нәфис һүҙ, шиғыр һөйләгәндә йөкмәткене тамашасыға еткерә белеү, артислыҡ, сәхнәлә үҙеңде иркен тойоу кеүек сифаттарға эйә булғандар ғына еңеүгә килеп етте.

1-се алып барыусы

Ә хәҙер номинацияларҙы тапшырыу өсөн, сәхнәгә Рима Фәйез ҡыҙын саҡырабыҙ. Рәхим итегеҙ.

Музыка.туш

Номинация: (5 уҡыусы) ———————————————————————

Рәхмәт!

Артабан еңеүселәрҙе ҡотлау өсөн һүҙ Гөлсәсәк Салауат ҡыҙына бирелә

3 урын (3 уҡыусы)—————————————————————————

2 урын (2 уҡыусы)————————————————————————-

Сәхнәгә Дилә Ринат ҡыҙын саҡырабыҙ!

1 урын (1 уҡыусы)————————————————————————-

Ниһәйәт, шиғриәт еңеүсеһен билдәләү минуттары етте…һүҙ һеҙгә Лүзә Хәбир ҡыҙы ! Рәхим итегеҙ!

Гран-При ————————————————————————————

Афарин, еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, алҡыштар һеҙгә

Лүзә Хәбир ҡыҙы, урынығыҙҙа ҡалып тороуығыҙҙы һорайбыҙ! Ҡотлауҙар дауам итә!

2-се алып барыусы

Бөгөнгө сарабыҙҙы ғәҙел баһалап, ярҙам иткәндәре өсөн Дилә Ринат ҡыҙына, Римма Фәйез ҡыҙына, Гөлсәсәк Салауат ҡыҙына һәм шулай уҡ, бай йөкмәткеле сараны ойошторғандары өсөн тәрбиәселәребеҙ Илүзә Нуриман ҡыҙына һәм Флүзә Ишбулды ҡыҙына рәхмәт хаттары тапшырып үтергә һүҙ һеҙгә, Лүзә Хәбир ҡыҙы!

Туш.музыка

1-се алып барыусы

Шулай уҡ бөгөнгө ошондай матур сараны үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн спонсорҙарыбыҙ

Гимназияның 1997-се йылғы сығарылыш уҡыусыларына шулай уҡ

Ғарипов Ильнур Рәсүл улына һәм Зөлфиә Роберт ҡыҙына

тик рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

2-се алып барыусы

Яҙ, һин, ҡәләм, һүҙкәйҙәрем

Ағылһын шиғыр булып.

Шиғырҙарым үҙ халҡыма

Йырланһындар йыр булып, — тигән шиғри һүҙҙәре менән шиғри бәйгебеҙҙе тамамлайбыҙ.