Автор: Габбасов Рим Муллагалиевич
Воспитатель ГБОУ БРГИ №1 им. Рами Гарипова
«Урал батыр» эпосы аша илһөйәрҙәр тәрбиәләү»
Дәүләт бюжет дөйөм белем учреждениеһы
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-итернаты
Тема: “Урал батыр” эпосы аша илһөйәрҙәр тәрбиәләү”
темаһына асыҡ класс сәғәте
(7-се класс)
Төҙөнө: Ғәббәсов Рим Муллағәли улы,
юғары категориялы тәрбиәсе
Өфө-2023
Маҡсат: 1. Илһөйәрлек төшөнсәһен төшөндөрөү.
- Балаларға илһөйәрлектең сифаттарын асыҡлау.
- Балаларҙа, ысын илһөйәрҙәр булып үҫеп, Тыуған илгә, тыуған төйәккә мөхәббәт тәрбиәләү, Ватаныбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо уятыу.
Йыһазландырыу: компьютер, проектор, “Урал батыр” эпосы буйынса һүрәттәр, аудиояҙма
План-конспект
- Ойоштороу.
-
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
- Һаумыһығыҙ!
-
- Бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килде. Әйҙәгеҙ улар менән иҫәнләшәйек.
- Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар!
- Теманы һәм маҡсатты билдәләү.
-
- Балалар, һеҙ махсус класта уҡыйһығыҙ. Беҙҙең класс нисек атала?
- (Хор менән) Шайморатовсылар класы.
-
- Дөрөҫ. Октябрь айында ниндәй тантана булды?
- Беҙ “Салауат тоҡомо сигенә белмәй!” шайморатовсы девизына тоғро булырға ант иттек .
- Афариндар! Ошо һүҙҙәргә ҡушып ошондай теләк өҫтәр инем.
Яҡшылыҡ булһын ашығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ.
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ.
-
- Уҡыусылар проектор аша ошо девизды хор менән уҡый.
- Бик матур итеп әйтелгән теләк. Нисек уйлайһығыҙ, был ниндәй әҫәрҙән алынған юлдар?
- “Урал батыр” эпосынан.
- Бик шәп. Шулай.
ЭПОС ТУРАҺЫНДА МӘҒЛҮМӘТ БИРӘМ. «Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө. Ул үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле башҡа ошо жанр әҫәрҙәре менән бер кимәлдә тора. Эпоста халҡыбыҙ асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған.
Фольклорсы һәм сәсән Мөхәмәтша Буранғолов «Урал батыр» эпосын 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында мәшһүр сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев (1856—1921) һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан (1861—1923) яҙып ала. Филология фәндәре докторы, профессор, яҙыусы Рәшит Шәкүр был турала бына нимә ти: «19 йәшлек Мөхәмәтша ҡурайсы, 7000 юллыҡ эпосты яттан белеүсе сәсән Ғәбит Арғынбаев менән 1907—1908 йылғы иҫәп алыуҙа осраҡлы ғына таныша. Әммә ошо осрашыу уның яҙмышында хәл иткес роль уйнай, уның үҫмер саҡтағы халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуы профессиональ ҡыҙыҡһыныуға әүерелә. Күп йылдар дауамында үҙенең остазы менән бәйләнеш өҙөлмәй. „1910 — 1912 йылдарҙа мин Ғәбит сәсән менән Ырымбурҙа ун көн икешәр тапҡыр аралаштым. 1918 йылда унда 15 көн, ә 1920 йылда 4 ай йәшәнем“, — тип яҙа ул. Икенсе сәсән — Хәмит Әлмөхәмәтов тураһында бик аҙ билдәле: бәлки Буранғоловтың уның тураһындағы иҫтәлектәре беҙгә килеп етмәгәндер».
Тимәк, шайморатовсылар ниндәй булырға тейеш?
- Беҙ илебеҙҙе ныҡ ныҡ итеп яратырға, уның менән ғорурланырға тейешбеҙ.
-
- Хәҙер ошо һүҙҙәрҙе эпос менән бәйләп, класс сәғәтенең темаһын билдәләйек.
- “Урал батыр” эпосында илһөйәрлек ҡанундары
- Шулай итеп, хәҙер класс сәғәтенең маҡсаттарын билдәләп үтәйек.
- Илһөйәрлек төшөнсәһе менән танышыу.
- “Урал батыр” эпосында илһөйәрлек ҡанундарын билдәләү.
- Тыуған илде, ерҙе яратырға, уны ҡәҙерләргә, һаҡларға тейешбеҙ.
- Бөгөнгө класс сәғәтенең маҡсаттарын билдәләнек.
- Илһөйәрлек төшөнсәһен төшөндөрөү.
- Балаларға илһөйәрлектең сифаттарын асыҡлау.
- Балаларҙа ысын илһөйәрҙәр булып үҫеп, Тыуған илгә, тыуған төйәккә мөхәббәт тәрбиәләү, Ватаныбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо уятыу.
III. Төп өлөш.
- Хәҙер әйтегеҙ өле, нимә ул илһөйәрлек?
Балаларҙың яуабын тыңлау
- Патриотизм – ул Тыуған илгә һөйөү, Ватаныңа тоғро булыу, уның мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү һәм кәрәк булһа, ғүмереңде аямайынса, уны һаҡларға әҙер булыу.
- Уҡыусыларҙан “Урал батыр” эпосынан өҙөктәр ятлатыу.
- Араһында бер аҡҡош,
Аяҡтарын бәйләгәс,
Башын ҡырҡып ташларға
Бабай бысаҡ ҡайрағас,
Ҡанлы йәшен түккән, ти,
Үҙ зарыны әйткән, ти:
“Ил күрергә сыҡтым мин,
Ер ҡошонан түгелмен, —
Йәшәй торған илем бар,
Илһеҙ етем түгелмен.
-
- “Етем” тип, беҙ ғәҙәттә атаһы йәки әсәһе, йә булмаһа “үкһеҙ етем” тип, икеһе лә булмаған балаға әйтәбеҙ. Ә халыҡта иле булмағандарға ҡарата ла ҡулланылған етемлек төшөнсәһе бар. Тимәк, тыуған иленән, тыуған мөхитенән айырылыу, иң ғәзиз, иң яҡын мөхиттән, күңел һыйыныр төйәгеңдән айырылыуҙы ла етемлеккә һанаған башҡорт. Был фекер Уралдың арыҫланына ҡарата әйткән һүҙҙәрендә лә ҡабатлана.
- “Һау булһам, кире килермен,
Һинең менән булырмын.
Килмәһәм, оҙаҡ көтмәҫһең,
Ситтә ғүмер итмәҫһең.
Төҫәүелләп юлыңдан,
Илгә ҡайтып китерһең
Минән сәләм әйтерһең”, тип,
Арыҫланына әйткән, ти.
-
- Эпоста Тыуған илдә йәшәү өҫтөнлөгө, ғүмер итеү өсөн үҙ илеңдә яй табыу һәр саҡ зиһенгә һеңдерелә бара. Хатта арыҫланының да сит-яр яҡтарҙа йөрөүен теләмәй Урал: “Ситтә ғүмер итмәҫһең” тей.
- Шүлгәнгә осраған ҡарт үҙенең ҡустыһы тураһында һөйләгән саҡта нисек итеп әйткән?
- Шуға уны был илдән,
Тыуып үҫкән еренән
Бөтәһе лә берлектә
Ситкә ҡыуып ташланы.
Хәҙер илдән йыраҡта
Үҙе йәшәй тарлыҡта,
Ғүмере үтә зарлыҡта;
-
- Ошонан күренеүенсә, илдән ситтә йәшәүҙе зарлыҡта үткән тип һанаған башҡорт. Ошо аҡыл аңға һеңдерелә килгәнгә лә башҡорт халҡы быуаттар буйы тамырҙары ереккән төйәге Урал өсөн ҡалҡан булып йәшәгән һәм әлегесә йәшәй.
- Тыуған илде һаҡлау, ҡурсалау һәм иң мөһиме – ташлап китмәү тураһында фекер эпоста баштан аҙағынаса килә. Мәҫәлән, Урал батыр Йылан иленә юл алғас, хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау өсөн, менеп килгән арыҫланынан хәтәр илгә барып етмәҫ юлда ҡалдырып китә.
- Һау булһам, кире килермен,
Һинең менән булырмын.
Килмәһәм, оҙаҡ көтмәҫһең,
Ситтә ғүмер итмәҫһең,
Төҫәүелләп юлыңдан,
Илгә ҡайтып китерһең,
Минән сәләм әйтерһең, тип
Арыҫланына әйткән ти.
- Бергә оҙон юлдар үтһәләр ҙә, Урал батырҙан айырылырға тура килгәс, арыҫлан тыуған илгә ҡайтырға тейеш. Тимәк, хатта ароыҫландың арыҫланына ла ситә йәшәү ситен буласаҡ.
Һомай ҙа үҙен ашарға әҙерләнгән саҡта, былай ти:
- Йәшәй торған илем бар,
Илһеҙ етем түгелмен.
Ни тиклем мәғәнә ята ошо ике юлда! Атай-әсәйһеҙ ҡалыу етемлек, шулай уҡ илһеҙ ҡалыу ҙа – етемлек. Илең юҡ икән, тимәк, һыйыныр, таяныр, ышыҡланыр, морон төртөр, тупланыр, көс-ҡеүәт алыр төйәгең булмаясаҡ. Кеше тупһаһында яфа-ыҙа сиккән фатирһыҙҙар кеүек. Йәшәү йәшәү булмай, көн итеүгә генә әйләнәсәк. Шуға ла атай-олатайҙарыбыҙ, балаларын ерле-илле итеү өсөн, үҙҙәрен аямай яуға күтәрлегән дә инде. Беҙ бөгөн ошо бәхетебеҙҙең ҡәҙерен белеп, кемгә бурыслы икәнебеҙҙе аңлайбыҙмы, ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған”дарҙы баһалай беләбеҙме? Үҙ еребеҙҙең-фатирыбыҙҙың иң түрен ят йолалар менән килгән башҡаларға биреп, аҙаҡ сиктә илһеҙ-телһеҙ ҡалыу сигенә етеп, әсәй-өләсәйҙәребеҙ менән ят телдә аралашып, йола-традицияларыбыҙҙы онотоп, үкһеҙ етем хәлендә ҡалмаҫбыҙмы?
- Урал батырға ҡылыҡһырлама бирәйек.
- Батыр
- Зирәк
- Ҡаһарман
- Отҡор
- Сая
- Ғәҙел
- Тәүәккәл
- Сос
- Намыҫлы
- Тоғро
- Тыуған ерен һөйә
- Хурамшин Арыҫлан, Дәүләтбаев Ғәлиинур, Хунафин Заһир “Урал батыр” эпосынан 1-150-се юлдарҙы яттан һөйләй.
- Башҡортостандан сыҡҡан данлыҡлы геройҙарыбыҙҙы әйтеү:
- Салауат Юлаев
- Шайморатов генерал
- Таһир Кусимов
- Муса Гәрәев
- Мәғүбә Сыртланова
- Шакирйән Мөхәмәтйәнов
- Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин
- Башкавдизияның 79 һуғышсыһы һәм 5 хәрби “Дан” орденының тулы кавалеры
- Ә хәҙер ысын илһөйәр-спортсыларҙы һанап китәйек.
Башҡортостанды данлаусы спортсылар:
- Ғабдрахман Ҡадиров
- Ирек Зарипов
- Таңһылыу Танһыҡҡужина
- Ләйсән Утяшева
- Альбина Әхәтова
- Рима Баталова
- Харис Йосопов
- Максим Чудов
- Йомғаҡлау. Рефлексия.
- Бөгөн класс сәғәтендә ниндәй яңылыҡ белдегеҙ?
- Ниндәй яңы белем алдығыҙ?
- Үҙегеҙгә ниндәй асыш яһанығыҙ?
Шайморатовсы антынан һуңғы абзацты хор менән әйтеү.
Класс сәғәтен йомғаҡлап, “Шайморатовсы” антын иҫкә төшөрәйек. Бергә хор менән әйтәйек.
“Шайморатовсы” исемен лайыҡлы йөрөтөргә, Башҡортостанға һәм Рәсәйгә тоғро булырға, Тыуған ил өсөн һәләк булыусылар исеменә тап төшөрмәҫкә, тыуған еребеҙҙең тоғро улдары булырға, төплө белем алырға, илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итергә, һәр ваҡытта “Салауат тоҡомо сигенә белмәй!”
Класс сәғәтен “Урал” башҡорт халыҡ йыры менән тамамлайбыҙ.
- Һау булығыҙ! Класс сәғәте тамам.




